

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн быйылғы һуңғы пленар ултырышында республика Башлығына республика хөкүмәте вице-премьерҙарын тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе.
Рөстәм Моратов республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры итеп тәғәйенләнә. Шулай уҡ Урал Килсенбаев хөкүмәттә беренсе вице-премьер дәрәжәһендә эшләй. Азамат Абдрахманов Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – хөкүмәт аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Илшат Фәзрахманов һәм Александр Шельдяев вице-премьерҙар вазифаһында ҡала (ауыл хужалығы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлыҡтары етәкселәре). Ирек Сәғитов та вице-премьер вазифаһын һаҡлап ҡалды. Премьер-министр урынбаҫарҙары араһында яңы кеше лә бар. Ул – Стәрлетамаҡтың элекке мэры Рөстәм Ғәзизов. Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәҙер хөкүмәттә вице-премьер статусында эшләй.
Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре республика Башлығы указы менән тәғәйенләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.