Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2024, 16:12

Ҡалтасы районы башлығы үҙ вазифаһын ҡалдырҙы

«Калтасинская заря»
Фото: «Калтасинская заря»

Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин вәкәләттәрен һалды. Район хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп уның беренсе урынбаҫары Алексей Горев тәғәйенләнде. Был хаҡта «Башинформ»ға район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

— Район башлығы, икенсе эшкә күсеүгә бәйле, вәкәләттәрен һалды, — тип билдәләне матбуғат хеҙмәте етәксеһе Әлфиә Ямурова.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Башлығының республика хөкүмәте составын раҫлауы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-19/glava-kaltasinskogo-rayona-bashkirii-ushel-so-svoego-posta-4059545

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас