Башҡортостандан Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, башҡа ярыштарҙа ҡатнашыусыларға, еңеүселәргә түләүҙәр арттырылды. Республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, хәҙер айлыҡ стипендия кәмендә — 8 мең һум, иң күбендә — 38 мең һум. Стипендияны 13 йәштән алырға мөмкин.
Шулай уҡ олимпиясылар тәрбиәләгән тренерҙарға аҡса бирелә. 2023 йылдан уларға ғүмер буйына дәүләт стипендиялары түләнә, бындай түләү Башҡортостанда ғына бар.
«Шуға күрә Башҡортостанда һуңғы биш йылда спортсылар — илдең йыйылма командаларына кандидаттар һаны 30% ашыуға артты. Беҙҙә улар 542 кеше», — ти билдәләне премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Республика Спорт министрлығына спортсыларҙы яңынан асылған учреждениеларға алыу механизмын әҙерләргә һәм перспективалы спортсыларҙы асыҡлауҙы дауам итеү бурысым йөкмәттем, тип хәбәр итте Андрей Назаров.