Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2024, 12:50

Радий Хәбиров Ҡыйғы районының яңы етәксеһе менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яңыраҡ тәғәйенләнгән Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин менән таныштырҙы.

«Ҡыйғы районы Советының 4 декабрҙәге ҡарары менән Салауат Фәтҡуллин контракт буйынса муниципалитет башлығы итеп тәғәйенләнде, — тине Радий Хәбиров. — Һеҙҙең тәжрибәгеҙ бар, эшегеҙҙә уңыштар теләйем».

Башинформ хәбәр иткәнсә, быға тиклем Фәтҡуллин Архангел районы хакимиәте башлығының йәшәйеше тәьмин итеү, сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләне.

Элекке етәксе Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһына тәғәйенләнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-10/glava-bashkirii-predstavil-novogo-glavu-kiginskogo-rayona-4045550

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас