Салауат Фәтҡуллин Ҡыйғы районы башлығы итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә. Етәксе район Советы ҡарары менән һайланды.
Быға тиклем Фәтҡуллин Архангел районы хакимиәте башлығының йәшәйеше тәьмин итеү, сәнәғәт, төҙөлөш, архитектура, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләне.
Элекке етәксе Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһына тәғәйенләнде.