Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһында хат ебәргән. Был турала республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Республика Башлығы икенсе мөрәжәғәте менән вице-премьерҙарҙы раҫлауҙарын һорай: Рөстәм Моратов һәм Урал Килсенбаев беренсе урынбаҫарҙар итеп тәғәйенләнә, Азамат Абдрахманов, Рөстәм Ғәзизов, Ирек Сәғитов, Наталья Полянская, Александр Шельдяев һәм Илшат Фәзрахманов урынбаҫарҙар була.
«Минеңсә, хөкүмәт уҙған эш осоронда үҙ бурыстарын тулыһынса атҡарып сыҡты», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
19 декабргә министрҙар кабинетын формалаштырыу эше тамамланырға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Хөкүмәт ойошторолғас, министрҙар тәғәйенләрмен. Был эште 19 декабргә тамамларға тәҡдим итәм», – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачевҡа.