

Башҡортостанда республиканың йәштәр хөкүмәтенә һайлап алыу өсөн рәсми рәүештә ғаризалар ҡабул ителә башланы. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров һүҙҙәренсә, хөкүмәт ағзалары йәмәғәт башланғысында эшләй.
– Йәштәр хөкүмәте – республикала тормошто яҡшыраҡ итеү теләге тураһында. Шуға күрә һайлап алыу этаптарының береһе — кандидаттың төбәк кимәлендә тормошҡа ашырырға теләгән проектты яҡлауы. Практика ла бик мөһим. Хөкүмәт ағзалары республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк. Был иһә яңы белемдәр һәм компетенциялар, шулай уҡ структура подразделениелары етәкселәренән кәңәштәр, – тип билдәләне Вито Сабиров.
Йәштәр хөкүмәтенә конкурс буйынса һайлап алыу ике этапта уҙғарыла. Конкурста Башҡортостанда даими йәшәгән 18-35 йәшлек граждандар ҡатнаша ала.
Йәштәр хөкүмәтенең яңы составына кандидаттарға https://clck.ru/3DgqVE электрон формаһын тултырырға кәрәк Конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Ғаризалар 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Салауат ҡалаһының яңы мэры билдәле булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.