Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
10:18 (UTC+5), 29 Октября 2024

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына мәктәптә тәмәке тартҡан өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын индерҙе

Галина Бахшиева

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәсәй Хөкүмәтенең ыңғай баһаһын алған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тәмәке тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе. Был хаҡта Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«Бәлиғ булмағандарҙың тәмәке менән мауығыуы йәштәрҙең һаулығы өсөн борсолоу тыуҙыра, — тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Мәғлүмәттәр буйынса, өлкән класс уҡыусыларының 60 процентҡа тәмәке тарта».

Өлкән тәмәкеселәрҙең яртыһынан ашыуы беренсе тапҡыр тәмәкене мәктәптә тартып ҡараған.

«Шуға күрә балалар менән иҫкәртеү эшен көсәйтергә һәм мәктәптәрҙә, мәктәп яны биләмәһендә тәмәке тартыусыларға ҡарата ҡәтғи сара күрергә кәрәк», — тип өҫтәнеләр Дәүләт Йыйылышында.

Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим ителгән закон проекты башҡаса бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы икенсе төрлө квалификацияларға һәм күберәк штраф һалырға мөмкинлек бирергә тейеш. Ғәмәлдәге 500-1500 һум урынына 2000-3000 һум.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-29/parlament-bashkirii-vnes-v-gosdumu-zakonoproekt-o-shtrafah-za-kurenie-v-shkolah-3987868

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика