Бөгөн Салауат районы Советы депутаттары ултырышында хакимиәт етәксеһе вазифаһына кандидатуралар ҡаралды. Хакимиәт башлығы итеп йәнә Марс Фәррәх улы Кашапов һайланды. Ул 2017 йылдан бирле районға етәкселек итә.
«Беҙҙә эшҡыуарлыҡ һәм туризм яҡшы үҫешкән, райондың иҡтисади хәле лайыҡлы кимәлдә, алға табан барыу өсөн райондың мөмкинлектәренән файҙаланырға кәрәк», — тип билдәләне Марс Кашапов.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Андрей Иванюта Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһында ҡала.