Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Октябрь 2024, 15:32

Белорет ҡалаһында — яңы башлыҡ

Белорет районы хакимиәте
Фото: Белорет районы хакимиәте

Белорет хакимиәтенең яңы башлығын ҡала биләмәһе Советы депутаттары һайланы, тип хәбәр итә район хакимиәте.

Күпселек депутаттар ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Вероника Домнина өсөн тауыш бирҙе.

Вероника Валерьевна 1986 йылда тыуған. Магнитогорск дәүләт техник университетын («Экспериза һәм күсемһеҙ милек менән идара итеү») тамамлаған, инженер квалификацияһын алған. 2021 йылдан Белорет хакимиәтендә эшләй.

Шулай уҡ ҡала башлығы вазифаһына Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы (Белорет ҡала филиалы) адвокаты Денис Баймырҙин һәм Белорет районы хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте һәм муниципаль контроль бүлегенең муниципаль контроль секторы мөдире Никита Дёмин дәғүә итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-24/v-bashkirii-vybran-novyy-glava-goroda-beloretsk-3982378

Автор: Сергей Николаев
Читайте нас