Башҡортостан Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. 2024 йылдың 22 октябрендә Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
«Башҡортостандың Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының Башҡортостан Республикаһы менән Донецк Халыҡ Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итергә», — тиелә документта.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылда Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында коммюникеға ҡул ҡуйғайны.