Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Октябрь 2024, 13:38

Стәрлетамаҡта яңы мэр тәғәйенләнде

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Бөгөн, 21 октябрҙә, Стәрлетамаҡ ҡала советы ултырышында депутаттар яңы хакимиәт башлығы кандидатураһын раҫланы. Ҡала мэры вазифаһына 33 йәшлек Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул беренсе урынбаҫар ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Стәрлетамаҡтың элекке етәксеһе Рөстәм Ғәзизов контракт ваҡыты тамамланыуға бәйле вазифаһын ҡалдырҙы. Ул районға 2021 йылдың ноябренән етәкселек итте.

Өфө ҡала Советы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул Рөстәм Ғәзизовҡа хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның тәжрибәһе республикаға кәрәклеген билдәләне.

«Хакимиәт башлығы вазифаһында башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт. Ошо өс йыл эсендә командағыҙ менән ҡаланың социаль-иҡтисади күрһәткестәрен яҡшырттығыҙ, төҙөкләндереү, инженер һәм социаль инфраструктураны үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләнегеҙ. Стәрлетамаҡ туристар араһында танылыу алды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн күп көс һалынды. Һеҙҙең компетенция бөгөн республикаға кәрәк. Стәрлетамаҡтың киләһе йылдарға үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалынды тип ышанам, ҡаланың мөмкинлектәре ҙур», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Күрһәткән хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

Белешмә: 

Эмиль Шәймәрҙәнов Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. 2013 йылда Башҡорт дәүләт университетын юриспруденция белгеслеге буйынса тамамлаған.

2022 йылдың декабренән әлегә тиклем – Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Өйләнгән, тормош иптәше менән ҡыҙ тәрбиәләй.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-21/v-bashkirskom-sterlitamake-naznachili-novogo-mera-3976534

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас