

Р.А. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Владимир Путин махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштарында ҡатнашыусылар менән аралашты. Был хаҡта kremlin.ru сайты хәбәр итә.
Турнирҙы Рәсәй Паралимпия комитеты, граждандарға илһөйәрлек һәм спорт тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү өсөн «Сәләмәт Ватан» йәмәғәт хәрәкәте һәм терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған кешеләрҙең Бөтә Рәсәй спорт федерацияһы ойошторҙо.
17 октябрҙән 19-ына тиклем барған ярыштарҙа Башҡортостан, Удмурт Республикаһы, Татарстан, Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләренең йыйылма командалары ҡатнаша (һигеҙ төбәк, 61 ҡатнашыусы). Ярыштар алты спорт төрө буйынса үткәрелә: өҫтәл теннисы, ултырған килеш волейбол, армрестлинг, уҡ атыу, электрон ҡоралдан атыу, пауэрлифтинг (ятып штанга күтәреү).
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.