Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:17 (UTC+5), 26 Сентября 2024

Дамир Мостафин Әлшәй районы башлығы вазифаһын ҡалдырҙы

Фото: Әлшәй районы хакимиәте
Әлфиә Әһлиуллина

Дамир Мостафин Әлшәй районы етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул әлшәйҙәргә бөгөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы вәкәләттәрен һалыуын һәм хаҡлы ялға китеүен хәбәр итте. Ул әлеге вазифаһында 20,5 йыл эшләне.

«Бөгөн башлыҡ вазифаһын ҡалдырам, ләкин һеҙҙең менән хушлашмайым. Мин һеҙҙең яҡташығыҙ, дуҫығыҙ һәм фекерҙәшегеҙ булып ҡалам. Һәр саҡ ярҙам күрһәтергә һәм тәжрибәм менән уртаҡлашырға әҙермен. Үҙебеҙҙең Раевкала йәшәрмен, бала сағым үткән Ташлы ауылына барырмын. Районымды бар күңелем менән яратам һәм уға һәр саҡ тоғро ҡалам», — тип яҙҙы Дамир Мостафин.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың күпселек муниципалитеттарында муниципаль берәмек башлыҡтарының вәкәләттәрен һалыуы тураһында хәбәр иткәйне.

«Беҙ кадрҙар менән эш алып барабыҙ. Муниципалитет башлыҡтарының ҡайһы берҙәре төрлө сәбәптәр менән вазифаһынан китә. Әммә күпселеге  конкурста ҡатнаша һәм был ваҡытта уларҙың вазифаһын урынбаҫарҙары башҡара», — тине ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-26/damir-mustafin-ostavil-kreslo-glavy-alsheevskogo-rayona-3945736

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика