Башҡортостан Хөкүмәте вәкәләттәрен һалды. Тейешле бойороҡҡа республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 93-сө статьяһына, «Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте тураһында» республика Законының 30-сы статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте үҙ вазифаһын үтәй башлаған Башҡортостан Республикаһы Башлығы алдында вәкәләттәрен туҡтата», — тиелә документта.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-12/pravitelstvo-bashkirii-ushlo-v-otstavku-3926881