Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» акцияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Был хаҡта акцияны ойоштороусының вәкиле Римма Бикмурзина хәбәр итте.
Ошо сәғәткә республикала тәүге 30 еңеүсе билдәләнде. Һөҙөмтәләр акцияның сайтында, шулай уҡ социаль селтәрҙә баҫылған.
«Әле беҙҙең колл-үҙәк еңеүселәр менән бәйләнешкә сығып, бүләкте килеп алыу тураһында һөйләшә. Процесс бара», — тине Римма Бикмырҙина.
«Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы колл-үҙәккә шылтыратып бирергә мөмкин: 8-927-333-45-22.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бүләк уйнатыу ваҡыты: 6 сентябрҙә — көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм киске 8-ҙә, 7 сентябрҙә — көндөҙгө 2-лә һәм киске 8-ҙә, 8 сентябрҙә иһә көндөҙгө 2-лә. Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк оторға мөмкин.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.