Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашты. Парламент спикеры хәләл ефете менән бергә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
Константин Толкачев журналистарға республикала барған һайлауҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне.
«Тауыш биреү көндәрендә үҙебеҙҙең конституцион хоҡуҡты тормошҡа ашырабыҙ, алдағы йылдарға республиканың үҫеш йүнәлешен билдәләйбеҙ. Тап халыҡ берҙән-бер власть сығанағы булып тора, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә, беҙҙең ҡануниәткә ярашлы, республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы асылды. Халыҡ һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙ ошо күрһәткестең яҡынса 70% булыр тип көтәбеҙ. Әйткәндәй, һайлау кампанияһы асыҡ һәм конструктив шарттарҙа үтте, бысраҡ технологиялар ҡулланылманы. Һәр кандидат агитация алып барҙы, һайлаусыларға ирекле, аңлы рәүештә һайлау өсөн шарттар булдырылды. Тауыш биреү көндәрендә закон боҙоу осраҡтары булмаҫ тип ышанабыҙ».