Яңауыл районының Зайцев ауылында бөгөн иртән иң оло һайлаусы — 89 йәшлек Владимир Зворыгин тауыш бирҙе. «Башинформ»ға урындағы хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, һайлауға ул үҙ ҡулдары менән яһаған техникаһына ултырып килгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 6 сентябрҙә, республикала Башҡортостан Башлығын һайлау башланды. Тауыш биреү 8 сентябргә тиклем бара. Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, унда 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.