05:05 (UTC+5), 06 Сентябрь 2024

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең беренсе көнө башланды

Фото: Олег Яровиков
Ләйсән Закирова

Башҡортостанда республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау участкалары асылды. Был хаҡта республика Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү өс көн, 6 сентябрҙән 8-енә тиклем бара. Кандидаттар өсөн урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Һайлауҙы республика Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль һәм 3302 участка комиссияһы, шулай уҡ сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары һәм һайлаусылар йыйылыштары тәғәйенләгән 28 меңдән ашыу участка һайлау комиссияһы ағзаһы ойоштора.

Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ҡаты сирлеләр, уларҙы ҡараған һәм башҡа етди сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына, шул иҫәптән тауыш биреү көнөндә көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы, Башҡортостан Башлығынан тыш, Өфөнөң бер мандатлы 54-се округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутатын һайлай һәм урындағы үҙидара органдарына 216 һайлау кампанияһында ҡатнаша.

Һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54.

Әйткәндәй, Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға юлламалар уйнатыла.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-06/startoval-pervyy-den-golosovaniya-na-vyborah-glavy-bashkirii-3913908

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика