Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле указ 2 сентябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документ миҙал тураһында положениены, уның тасуирламаһын һәм һүрәтен раҫлай.
Юбилей миҙалы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм үҙ теләге менән ялланғандар, тыл хеҙмәтсәндәре, гетто һәм концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған әсирҙәре, СССР Хәрби көстәренең хәрби формированиелары составында һуғышҡан сит ил дәүләттәре граждандары бүләкләнә.