Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Июль , 14:05

Радий Хәбиров Башҡортостан ауыл биләмәһе башлыҡтарының төп бурыстарын билдәләне

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

19 июлдә Чишмә районында, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының быйылғы, өсөнсө тапҡыр үткәрелгән семинарҙа ҡатнашыусылар менән осрашты. Унда Әбйәлил, Архангел, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Тәтешле, Шаран райондары вәкилдәре ҡатнаша.

Былтыр 9 зональ семинар үткәрелде, уларҙың йомғаҡтары буйынса 68 күрһәтмә бирелде, шуларҙың күбеһе тормошҡа ашырылды, тип билдәләне республика билдәләне. Быйыл осрашыу форматын үҙгәртергә һәм ике көнлөк семинарҙар циклын «Патриот» паркында уҙғарырға ҡарар ителде.

«Минеңсә, ошо хәрби-патриотик үҙәкте килеп күреү һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булғандыр. Бер йылда бында тотош республиканан 10 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы хәрби-күнекмә йыйындарында ҡатнашты. Ошондай үҙәктәр селтәрен үҫтерергә ҡарар иттек. «Патриот»тың беренсе филиалын Стәрлебаш районында асабыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика Башлығы әйтеүенсә, бөгөн төп бурыс – махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү. Тәү сиратта, был яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла. Республика ошо йәһәттән күп эштәр башҡара. Һәр муниципалитет дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Бөгөнгә республиканан 129 гуманитар ылау оҙатылған. Был йөктәрҙе әҙерләүҙә район һәм ҡалалар әүҙем ҡатнаша.

Радий Хәбиров айырыуса республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейешлеген билдәләне.

«Иң мөһиме — улар һеҙҙең даими ярҙамығыҙҙы тойһон. Уларға көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам кәрәк, утын әҙерләү, ремонт эшләү йәки документтар тултырыу тиһеңме – быларҙың барыһы ла кешеләр ярҙамды тойһон өсөн бик мөһим. Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләрен һәм ҡатындарын бөтә сараларға ла саҡырыу зарур, улар даими иғтибар үҙәгендә булырға тейеш», — тине республика етәксеһе.

Икенсе мөһим бурыс, Радий Хәбиров фекеренсә, урындарҙа тотороҡло социаль-иҡтисади хәл.

Башҡортостан Башлығы республикала муниципалитеттарҙың көслө булыуын, күп эштәр башҡарылыуын әйтте, әммә халыҡ һәр саҡ күберәкте көтә. Беҙгә артабан да урындағы иҡтисадты нығытырға, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, инвесторҙар менән эшләргә кәрәк.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, ауыл биләмәләре етәкселәренә район башлыҡтары менән бергә туризм тармағына айырым иғтибар бүлеү талап ителә. Күп райондарҙың үҙенсәлекле урындары, тәбиғи, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары бар.

Башҡортостанда ваҡиғалар туризмы әүҙем үҫешә. Хәҙер күп ҡала һәм райондарҙа брендҡа әүерелгән, меңәрләгән ҡатнашыусыны йәлеп иткән традицион саралар бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда туристар ағымы буйынса республика Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 12-се урында ине. Былтыр беҙгә 2 миллион 200 меңгә яҡын турист килгән (был 2022 йылға ҡарағанда 14,3 процентҡа күберәк).

Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының ижтимағи-сәйәси эшкә лә ҙур иғтибар бүлергә тейешлеген билдәләне. Иң мөһиме, халыҡ менән даими аралашыу, һорауҙарға түҙемле яуап биреү һәм буш вәғәҙәләр бирмәү.

Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы ауыл биләмәләре башлыҡтарының юлдарҙы ремонтлауға, сүп-сар сығарыуға, ағас эшкәртеүгә һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтарынан халыҡ төрлө алдаҡ схемаларға ышанмаһын өсөн улар менән даими эш алып барыуҙарын һораны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-19/radiy-habirov-oboznachil-osnovnye-zadachi-glav-selskih-poseleniy-bashkirii-3854790

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: