



«Берҙәм Рәсәй» партияһының үҙәк башҡарма комитетында партия рәйесе Дмитрий Медведев Башҡортостандың махсус хәрби операция геройҙары Павел Ермоленкоға һәм Илдар Ғафаровҡа партия билеттары тапшырҙы.
Партияның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, яҡташтарыбыҙ Украина биләмәһендә барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Хәҙер ирекмәнлек эше менән шөғөлләнәләр – гуманитар ярҙам йыйып, алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә илтәләр.
Павел Ермоленко Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбендә уҡығандан һуң махсус хәрби операция ветерандарының «БАРС» – «Илдең хәрби армия резервы» йәмәғәт ойошмаһын булдырыу башланғысы менән сығыш яһаған. Быйыл май айында партия яҡлылар һәм партияның Күмертауҙағы бүлексәһе секретары Олег Астахов ярҙамы менән беренсе ойоштороу ултырышы үткәрелгән һәм бурыстар тикшерелгән.
Илдар Ғафаров – Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, I Чечен кампанияһында, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. «Рысь» хәрби-патриотик клубын етәкләй, унда уҡыусылар башланғыс хәрби әҙерлек менән әүҙем шөғөлләнә, райондың патриотик сараларында һәм митингтарында даими ҡатнаша, почетлы ҡарауылда тора.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.