Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Июль , 12:14

Украинаның Радий Хәбировҡа ҡаршы эше Башҡортостандың махсус хәрби операцияға тос өлөш индереүен иҫбатлай

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Украина прокуратураһы ситтән тороп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты һәм Өфө мэры Ратмир Мәүлиевты ғәйепләне. Украина яғы фекеренсә, улар Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяжын матди яҡтан тәьмин итергә ярҙамлаша, мәҫәлән, махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар оҙата, шулай уҡ Украина сиктәрен үҙгәртеү өсөн алып барылған эштәрҙе финанслай. Судҡа тиклемге тикшереү менән Винница өлкәһендәге Украина хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығы шөғөлләнә.

Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Диана Сәфәрғәлиева был яңылыҡҡа рәсми яуап бирҙе. Ул Украина яғының ошондай реакцияһын Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә индергән шәхси өлөшөн таныу тип атаны.

«Махсус хәрби операцияның беренсе көнөнән үк Радий Хәбиров ил президенты Владимир Путинды һәм махсус хәрби операцияны хуплауын әйтте. Тотош республика Башҡортостан яугирҙәрен хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә тырыша, ысын илһөйәрлек һәм берҙәмлек күрһәтә. Юридик күҙлектән беҙ был актты хоҡуҡи нонсенс тип ҡарайбыҙ, сөнки үҙ иленең суверенитетын һәм именлеген яҡлап, фиҙакәр эшләгән дәүләт хеҙмәткәре шуның өсөн икенсе дәүләттә енәйәти эҙәрлекләүгә дусар була», - тиелә белдереүҙә.

Радий Хәбиров Украинаның прокуратура органдары ғәмәлдәренә тыныс ҡарай һәм махсус хәрби операцияның маҡсатына өлгәшеү өсөн барыһын да эшләй, тип билдәләне матбуғат секретары.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-01/eksperty-nazvali-bezosnovatelnym-obvinenie-habirova-ukrainoy-za-podderzhku-svo-3830957

Автор:Кира Миронова
Читайте нас: