
21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов менән осрашты. Ике төбәк етәксеһе сәнәғәт, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында фекер алышты.
Бохара туристик ғына түгел, ә сәнәғәте төбәге лә, унда нефть эшкәртеү, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары бар, ауыл хужалығы үҫешкән, тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан ошо йүнәлештәрҙә үҙ-ара эш итергә әҙер.
Туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Башҡортостан Башлығы былай тине:
«Бохараға туристарыбыҙ күп килә. Өс йыл элек Өфө – Сәмәрҡәнд тура авиарейсын астыҡ, осоштар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Ә Ташкентҡа самолет аҙнаһына өс тапҡыр оса. Беҙ шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре Үзбәкстанға барып ҡайтһын өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Бохара» программаһын тормошҡа ашырырға әҙер. Башта 500 пенсионер өсөн тур ойошторабыҙ».
«Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Үзбәкстан күп өлкәләрҙә әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. Был иһә тейешле һөҙөмтә бирә. Тап туризм тармағында үҙ-ара хеҙмәттәшлек беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә үҫеш нөктәләренең береһе булып тора. Бохарала 850-нән ашыу тарихи объект һәм иҫтәлекле урын бар», — тине Ботир Зарипов.
Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. Бохара өлкәһендә текстиль тармағы, нефть, тәбиғи газ, ҡиммәтле металдар сығарыу һәм эшкәртеү үҫешкән. Ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары һәм гипсокартон етештереү заводтары, йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтергән агрокомпаниялар эшләй.
Башҡортостан Бохара өлкәһенән сифатлы йәшелсә-емеш һатып алырға ниәтдәй. Республикала Үзбәкстан продукцияһын Рәсәй баҙарына сығарыу өсөн транспорт-логистика үҙәге төҙөргә әҙерҙәр. Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хокимы Шәфҡәт Абдуразаҡов менән осрашыуҙа ла ошо турала һүҙ алып барҙы.
Радий Хәбиров менән Ботир Зарипов төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтерергә һөйләшеп килеште.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.