Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
83.87
+0.29
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Апрель , 13:39

Дәүләкәндә яңы башлыҡ тәғәйенләнде

Илгиз Мөхәмәтйәнов, Vk
Фото:Илгиз Мөхәмәтйәнов, Vk

Конкурс комиссияһы тәҡдиме менән ҡала советы депутаттары бер тауыштан Дәүләкән районының Дәүләкән ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһына Владимир Бабушкинды тәғәйенләне. Был хаҡта 27 апрелдә «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

Владимир Николаевич 1977 йылдың 27 ноябрендә тыуған, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 1995-1997 йылдарҙа Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Дәүләкән төҙөлөш материалдары заводында слесарь булып башлай. 2002-2003 йылдарҙа — «Дәүләкән янғынға ҡаршы ҡорамалдар заводы» йәмғиәтендә юристконсульт. 2003-2020 йылдарҙа Дәүләкән район-ара суд приставтары бүлегендә эшләй. 2020 йылдың июленән әлеге көнгә тиклем — Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығында хоҡуҡи тәьминәт бүлеге етәксеһе.

Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-04-27/v-bashkirii-naznachen-novyy-glava-davlekanovo-3746200

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: