Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Март , 15:07

Башҡортостан Башлығы росгвардиясыларҙы Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы

Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика росгвардиясыларын Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө менән тәбрикләне.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, ведомство һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙ эшендә көн һайын тиерлек ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Улар үҙ бурыстарын профессиональ һәм яуаплы башҡара. Халыҡтың тыныслығын, именлеген һаҡлай.

«Хәҙерге көндә Башҡортостандың Салауат Юлаев исемен йөрөткән ике ирекле батальоны Росгвардия составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Был егеттәр батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә, Ватаныбыҙҙы һаҡлай, буласаҡ Еңеүгә ҙур өлөш индерә.

Росгвардияның хәрби хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем. Тотош республика исеменән ихлас рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәм. Ғаиләләрегеҙгә изгелек һәм тыныслыҡ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-27/radiy-habirov-pozdravil-rosgvardeytsev-bashkirii-s-dnem-voysk-natsgvardii-rf-3703171

Автор:Вероника Никитина
Читайте нас: