Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
+0.7
98.95
+0.64
84.04
+0.46
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Март , 15:48

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында президент һайлауҙың рәсми йомғаҡтары иғлан ителде

Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова махсус ултырышта Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүгә рәсми йомғаҡ яһаны. Владимир Путин 87,28% тауыш йыйған (76 277 708 кеше), Николай Харитонов — 4,31% (3 768 470), Владислав Даванков — 3,85% (3 362 484), Леонид Слуцкий — 3,20% (2 797 629).

Ил халҡының 77,49% (87 576 075 кеше) һайлауҙа ҡатнашҡан.

«Рәсәйҙең хәҙерге тарихында бындай күрһәткестәр булғаны юҡ ине», - тип хәбәр итә РИА Новости Памфилованың һүҙҙәренә һылтанма менән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-21/v-tsik-rossii-ozvuchili-ofitsialnye-itogi-vyborov-prezidenta-3695293

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: