


Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәүге тапҡыр үҙенең Башҡортостан етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнеүенең серен асты.
«Мин быны алдан белмәнем. Был йәһәттән Рәсәй Президенты Хакимиәте бик яҡшы эшләй. Республика башлығы итеп тәғәйенләнеүем тураһында бер нисә сәғәт ҡалғас ҡына белдем», - тип һөйләне Башҡортостан Башлығы Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында.
Ул шулай уҡ журналист Дмитрий Каретконың һорауҙарына яуап бирҙе, уларҙың күбеһе быға тиклем бер ҡайҙа ла яңғырамаған. Мәҫәлән, үҙ ваҡытында Радий Хәбировтың Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына ниндәй ҡатнашы булыуы хаҡында.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Радий Хәбировҡа 60 йәш тулған көндә - 20 мартта киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында ҙур интервью эфирға сыға.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.