Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2024, 12:32

Республикала һайлаусылар әүҙемлек күрһәткән ҡалалар билдәләнде

Валерий Шахов, архив фотоһы
Фото: Валерий Шахов, архив фотоһы

Башҡортостанда, Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары буйынса, һайлаусыларҙың 83,73 % тауыш биргән. Тауыш биреү өсөн исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 2 465 830-ы гражданлыҡ бурысын үтәгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.

Әйтәйек, Өфөлә — 79,95%, башҡа ҡалаларҙа — 78,98%. Муниципаль райондар буйынса иһә уртаса күрһәткес 87,50% тиң.

Өфө райондары араһында иң әүҙем һайлаусылар Дим районына тура килә — 82,93%, 3ала округтары араһында Ағиҙел һайлаусылары айырылып торҙо — 89,28%.

«Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, илдең ғәмәлдәге президенты Владимир Путин иң күп тауыш йыйған — 2 239 816 йәки тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар һанынан 90,90%, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында. — Николай Харитонов өсөн 90 865 һайлаусы тауыш биргән йәғни 3,69%. Леонид Слуцкий 66 976 тауыш йыйған (2,72%), Владислав Даванков — 46 253 тауыш йәғни 1,88%.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-18/yavka-izbirateley-na-vybory-prezidenta-rf-sostavila-v-bashkirii-83-73-3689864

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас