Башҡортостанда рф президентын һайлау буйынса кол-үҙәк эшен ойоштороу өсөн яуаплы Анна Сучкова 16 мартта һайлау участкаларында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса шылтыратыуҙар булмауын хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, 15-16 мартта операторҙар республика халҡынан 50 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Улар башлыса участка һайлау комиссияларының адрестары һәм уларҙың эш графигына ҡағыла.
«Беҙгә күберәк өфөләр шылтырата. Кисә иң оло һайлаусы — 90 йәшлек олатай ҙа тауыш бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙгә +7 (34-72) 18-16-84 күп каналлы телефон буйынса шылтыратырға мөмкин, бөгөн, 17 мартта, кол-үҙәк киске сәғәт 9-4а тиклем эшләй», — тип билдәләне Сучкова.
Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнөндә халыҡтың 64,82% тауыш биргән.