Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Март 2024, 17:03

Политолог: Һайлауҙың яңы форматы һайлаусыларға хөрмәт күрһәтә

Политолог Сергей Семенов «Рәсәй президентын һайлау – 2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә тауыш биреүҙең яңы форматын баһаланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт башлығы вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреү беренсе тапҡыр өс көн бара. Эксперт фекеренсә, бындай формат тәү сиратта һайлаусылар өсөн уңайлы.

«Минеңсә, яңы форма үҙен аҡланы. Сөнки ул кешеләргә үҙҙәре өсөн ҡулай ваҡытты һайларға мөмкинлек бирә , тимәк, был һайлаусыларға ҡарата ихтирам күрһәтеп, халыҡтың әүҙемлеген арттырырға тейеш. Дәүләт өсөн һәр кемдең тауышы, ваҡыты һәм гражданлыҡ позицияһын бик мөһим», - тип ышана Сергей Семенов.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-15/politolog-iz-bashkirii-novyy-format-vyborov-pokazyvaet-uvazhenie-k-izbiratelyam-3683017

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас