1 мартта «Торатау» конгресс-холында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы уҙҙы.
Игорь Комаров республиканың иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтары эшенең төп күрһәткестәренең юғары үҫеш темптарын билдәләне. Әйтәйек, 2023 йылда республикала сәнәғәт етештереүе индексы - 106,5 процент, ә 2024 йылдың ғинуарында 105,6 процент тәшкил иткән. Бынан тыш, былтыр республика өсөн рекордлы 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Быйыл төҙөлөш тармағында ла ыңғай динамика күҙәтелә – 2023 йылдың ғинуарына ҡарата 132,3 процент. Уҙған йылда уртаса эш хаҡы ла 15 процентҡа артҡан.
Өфөлә Игорь Комаров Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары ҡатнашлығында власть һәм урындағы үҙидара органдарына ышанысты арттырыу темаһы буйынса округ Советы ултырышын үткәрә, тип хәбәр иткәйне Башинформ.