Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Март 2024, 12:50

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе президенты һәйкәленә сәскәләр һалды

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

1 мартта Өфөлә округ Советында ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

«Башинформ» 2024 йылдың 7 февралендә Ленин исемендәге паркта Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға уңайынан һәйкәл асылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәренә ҡуйылған һәйкәлдең авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-03-01/igor-komarov-i-radiy-habirov-pochtili-pamyat-pervogo-prezidenta-bashkirii-3665337

Читайте нас