

Стәрлетамаҡ районы советы депутаттарының бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары менән Рита Сәмиғуллина муниципалитет хакимиәте башлығы итеп һайланды. Был хаҡта республиканың власть органы ултырышы йомғаҡтары буйынса билдәле булды.
Бынан алдараҡ ул Евгений Волков үҙ теләге менән ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдырғандан һуң Стәрлетамаҡ районы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рита Сәмиғуллина – Башҡортостанда муниципалитет етәксеһе вазифаһын биләгән дүртенсе ҡатын-ҡыҙ.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.