Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа Елена Прочаковская менән булған хәлгә баһа бирҙе.
Ул Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһен енәйәти эҙәрлекләүгә аңлатма бирмәне, ләкин шул уҡ ваҡытта уның юғары шәхси сифаттарын билдәләне, атап әйткәндә, Радий Хәбиров уны үҙенең яҡын фекерҙәше булыуын әйтте.
- Әйтергә һүҙем юҡ, шуға әлегә бер ниндәй ҙә аңлатма бирә алмайым. Елена Анатольевна - тәртипле кеше. Мин уның матди хәлен яҡшы беләм: әсәһе сирләй, ҡыҙына ейәндәрен ҡараша. Ошо хәлгә бәйле башҡа төрлө уйҙар килә. Әйҙәгеҙ, ҡарарҙы көтәйек. Минеңсә, барыһы ла үҙ урынына ултырыр. Ләкин ул минең өсөн һәр ваҡыт яҡын фекерҙәш, профессиональ һәм тәртипле кеше булып ҡалыр, - тине Радий Хәбиров.