Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ғинуар 2024, 17:21

Анна Карабанова рәсми рәүештә Благовещен районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Анна Карабанова/vk.com
Фото: Анна Карабанова/vk.com

Анна Карабанова рәсми рәүештә Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Ул уҙған йылдың көҙөнән, элекке башлыҡ Олег Голов тәүҙә Дәүләт Йыйылышында, һуңынан Федерация Советында эшләй башлағас, ваҡытлыса етәксе вазифаһын башҡарҙы.

2019 йылдың октябренән Анна Карабанова бизнес-шериф, Благовещен районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләне. Хәҙер Башҡортостан райондары башлыҡтары араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ бар. Бынан алдараҡ Рита Сәмиғуллинаның Стәрлетамаҡ районы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-01-12/blagoveschenskiy-rayon-bashkirii-ofitsialno-vozglavila-anna-karabanova-3600987

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас