Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путиндың сайты эшләй башланы. Уның менән түбәндәге адрес буйынса танышырға мөмкин://putin2024.ru/
Сайттың бүлектәре: кампания көндәлеге, кандидаттың биографияһы, ышаныслы кешеләре һәм бәйләнештәр, шулай уҡ унда үҙәк һайлау алды штабы һәм төбәк штабтары тураһында мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Бынан тыш, бында кампанияның төп ваҡиғалары тураһында видеоматериалдар урынлаштырыла. Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы мөһим ҡаҙаныштары тураһында бүлек тә бар.
Сайтты Рәсәйҙең IT -белгестәре командаһы төҙөгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауҙа үҙ-үҙен тәҡдим итте. Уҙған аҙнала Үҙәк һайлау комиссияһы уның инициативалы төркөмөн теркәне.