

Белореттың элекке мэры Кирилл Егупов Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта социаль селтәрҙә муниципалитет етәксеһе Андрей Иванюта хәбәр итте.
«Ул өс йылдан ашыу Белорет башлығы булып эшләне һәм хәҙер беҙҙең менән икенсе вазифала эшләй башланы. Ул етәкләгән осорҙа ҡалала бик күп яҡшы үҙгәрештәр булды. Үҙенең коллективы менән ғәйәт ҙур йөкләмәне үтәне, ауырлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы еңеп сыҡты», - тип билдәләне Иванюта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 декабрҙә Кирилл Егупов ваҡытынан алда вәкәләттәрен һалды. Ҡала башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Ксения Горелова тәғәйенләнде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.