Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Ноябрь 2023, 17:09

Учалыла — яңы мэр

Руслан Ғиләжетдинов/vk.com
Фото:Руслан Ғиләжетдинов/vk.com

Учалыла яңы мэр тәғәйенләнде. Хәҙер ҡала етәксеһе вазифаһын Вадим Садиҡов биләй. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ҡала советы депутаттарының күпселеге уның кандидатураһын хуплаған.

Вадим Надим улына 38 йәш. Ул Силәбе агроинженер университетын тамамлаған. 2008 йылдан — «Учалытеплосервис» йәмғиәтендә инженер-энергетик, 2013 йылдан «Горняк» боҙ аренаһы»нда баш инженер булып эшләй, 2017 йылда ошо учреждениеның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Бишенсе саҡырылыш ҡала советы депутаты итеп һайлана. Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.

Бынан алда «Башинформ» Учалының элекке мэры Илмир Ғәзизовтың үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында яҙғайны. Ул ҡалаға өс йыл етәкселек итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-11-22/v-bashkirii-naznachili-novogo-mera-uchalov-3532520

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: