Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-15 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Октябрь 2023, 15:55

«Нуриев ижадында илһөйәрҙәр быуыны үҫеп сыҡты» - махсус хәрби операцияла улын юғалтҡан әсә Лариса Хәтмуллина

Сибай концерт-театр берекмәһе
Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Сибай» бейеү ансамбле репетиторы Лариса Хәтмуллина донъя балет сәхнәһе йондоҙо Рудольф Нуриевты тәнҡитләгән  Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Юнир Ҡотлоғужиндың һүҙҙәренә үҙ фекерен белдерҙе.

«Рудольф Нуриев тәү сиратта ысын сәнғәт, ысын балет өсөн янып йәшәне. Ул бер ҡасан да Тыуған илен яманламаны. Бөгөн Сибай филармонияһы артистары ҡорал тотоп махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙҙе һаҡлай. «Сибай» ансамбле артистары Нуриев ижадында тәрбиәләнде, хәҙер улар - ысын патриоттар. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған улым да уның ижады менән илһамланды. Юнир Ғәлимйән улы ысын илһөйәр икән, улы менән бергә үҙ илен, үҙ халҡын яҡлау өсөн яуға барһын», — тип иҫәпләй «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә депутаттың билдәле бейеүсене тәнҡитләгән яҙмаһы таралғайны. Юнир Ҡотлоғужин уны «Тыуған ил хыянатсыһы» тип атай, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға саҡыра.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-26/na-tvorchestve-nureeva-vyrosli-pokoleniya-patriotov-mama-pogibshego-boytsa-svo-larisa-hatmullina-3494399

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас