Бөгөн, 26 октябрҙә, Өфөлә етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе ултырышы бара. Пленар ултырышты асып, Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев депутат Юнир Ҡотлоғужиндың Рудольф Нуриев тураһында мәсьәләһен көн тәртибенән алырға тәҡдим итте.
«Парламенттың етенсе саҡырылышы яңы ғына эшләй башланы, ә ҡайһы бер коллегаларыбыҙ айырым депутаттың сәйәси амбицияларын, партия мәнфәғәттәрен түгел, ә һайлаусыларҙың мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡан депутат намыҫы кодексын үҙгәртергә тырыша», - тине Константин Толкачев.
Бында киң мәғлүмәт сараларында, республика парламенты спикеры исеменә килгән рәсми документта донъя балеты йондоҙо, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев хаҡында кире фекерҙәр белдергән КПРФ фракцияһы депутаты Юнир Ҡотлоғужин тураһында һүҙ бара.
Ҡотлоғужин фракция исеменән бөгөнгө ултырышта ошо мәсьәләне тикшерергә һәм Рудольф Нуриевты тәнҡитләргә тәҡдим итте.
«Коллегалар! Тыуған ил өсөн ауыр осорҙа, башҡа фракцияларҙың вәкилдәре көн һайын алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау оҙатҡан, үҙҙәре махсус операцияла ҡатнашҡан ваҡытта КПРФ фракцияһы республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге күренекле яҡташыбыҙға бысраҡ өйөргә тырыша.
Фракция етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин ҡултамғаһы ҡуйылған хат фракцияның түгел, ә үҙенең шәхси фекерен сағылдыралыр тип ышанам. Мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға бындай мөнәсәбәт булырға тейеш түгел. КПСС осоронда ла Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яҡмағандар, - тип билдәләне Константин Толкачев.
Юнир Ғәлимйән улы әйҙәгән әхлаҡи ҡиммәттәр өсөн көрәшкә килгәндә, әлеге ваҡытта махсус операция зонаһында ошондай көрәш алып барыла. Хәрби комиссариаттар асыҡ. Кем үҙ һүҙен әйтергә теләй, уның бындай мөмкинлеге бар. Әммә әлегә беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коммунистарҙан бер депутат та фронтҡа китмәне. «Берҙәм Рәсәй»ҙән булды, КПРФ-тан бер кем дә юҡ.
Коллегалар! Был мәсьәләне КПРФ фракцияһы ултырышында ҡарарға кәрәк тип иҫәпләйем».