Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Октябрь 2023, 13:33

Республикала Дәүләт Йыйылышы депутаты Вилорий Угаровтың вәкәләттәре рәсми рәүештә туҡтатылды

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев 54-се Өфө бер мандатлы һайлау округы буйынса депутат Вилорий Угаровтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Ҡарар вәкәләттәрҙе ваҡытынан алда һалыу тураһында ғариза нигеҙендә ҡабул ителде, тиелә унда.

«Башинформ»ға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, Вилорий Петрович ведомствола министр урынбаҫары вазифаһында ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Угаров туғыҙ йыл Өфө районы хакимиәтен етәкләне. Быйыл апрелендә уның отставкаға китеүе билдәле була. Уның урынына Николай Ельников тәғәйенләнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-18/v-bashkirii-ofitsialno-prekrascheny-polnomochiya-deputata-gossobraniya-viloriya-ugarova-3482598

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас