Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:32 (UTC+5), 11 Октября 2023

Республика Дәүләт Йыйылышында фән һәм мәғариф буйынса комитет рәйесе урынбаҫары һайланды

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетында Дәүләт Йыйылышында һөнәри нигеҙҙә эшләү өсөн рәйестең яңы урынбаҫарын һайланылар. Ул – «Берҙәм Рәсәй»ҙән депутат Заһир Хәкимов. Тейешле ҡарарға республика парламенты рәйесе Константин Толкачев ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Асыҡ сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Заһир Хәкимов 1963 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуған. 1989 йылда Өфөнөң Ленин орденлы авиация институтын тамамлаған. 2013 йылда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы дипломын алған («Дәүләт һәм муниципаль идара итеү»).

Хеҙмәт юлын Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында слесарь-йыйыусы булып башлай. 2019 йылдан Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында эшләй. Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты булған. 2023 йылдың сентябрендә ҡайтанан һайланған.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-11/v-gossobranii-bashkirii-izbrali-zamestitelya-predsedatelya-komiteta-po-nauke-i-obrazovaniyu-3474455

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика