«Дәүләт байрамы – Республика көнө алдынан яҡташтарым исеменән һеҙгә, заманыбыҙ геройҙарына, рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһында. – Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һәр ваҡыт ярҙам күрһәтербеҙ. Барығыҙ ҙа – геройҙар. Һәр берегеҙ тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Яҡшы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Күптәр һеҙҙең батырлыҡҡа тиңләшә. Һеҙ – Тыуған илебеҙ өсөн алышҡан, иң ҡатмарлы участкаларҙа яуаплы хәрби бурыстарҙы үтәгән меңәрләгән яҡташыбыҙ өсөн өлгө. Һеҙгә һәр яҡлап терәк булған, ышанып һәм өмөтләнеп көткән ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Барығыҙға ла сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ теләйем. Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ».
Башҡортостан Башлығы яугирҙәрҙе генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләне һәм уларға ҡаһарманлығы, бурысҡа тоғролоғо өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтте.