

Радий Хәбиров «Армия-2023» Халыҡ-ара хәрби-техник форумында Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин менән осрашты. Төбәк етәкселәре артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында һөйләште. Был хаҡта Башҡортостан етәксеһе үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.
«Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Владимирович Пушилин менән осрашыуға һәр саҡ шатмын. Артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре һәм республикаларыбыҙҙың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләштек», - тип яҙҙы ул.
Бынан алда «Башинформ» яҙғанса, Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы «Армия-2023» форумы эшендә ҡатнаша. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән 1,5 мең ҡатнашыусы күргәҙмәлә үҙенең продукцияһын тәҡдим итәсәк, ә ҡунаҡтар 28 меңдән ашыу экспонатты ҡарай ала. Быйыл форумда махус хәрби операцияла үҙен күрһәтеп өлгөргән ҡоралдар һәм хәрби техника күпләп тәҡдим ителәсәк.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.