Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
06:37 (UTC+5), 27 Июль 2023

Радий Хәбиров Башҡортостандың енәйәт-башҡарыу системаһы етәксеһе Владислав Дзюба менән осрашты

Альмира Давлетбаева

26 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың енәйәт-башҡарыу системаһы етәксеһе Владислав Дзюба менән осрашты.

Көн тәртибендә – хөкөм ителгәндәр өсөн холоҡ төҙәтеү үҙәктәренең эшен ойоштороу, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларының етештереү секторын киңәйтеү, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең республика идаралығы предприятиеларында тауарҙар сығарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү күләмен арттырыу. Был сараларҙың төп бурысы – хөкөм ителгәндәрҙең хеҙмәт мәшғүллеген тәьмин итеү, яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү, шулай уҡ азат ителгәндән һуң уларҙы эшкә урынлаштырыу өсөн шарттар булдырыу.

Бынан тыш, осрашыуҙа Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының шәхси составына социаль ярҙам саралары тикшерелде.

Радий Хәбиров элекке хөкөм ителгәндәрҙе социаль яраҡлаштырыуҙың мөһимлеген билдәләне, профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға республика биләмәһендә холоҡ төҙәтеү үҙәктәре булдырыу, шулай уҡ Федераль яза башҡарыу хеҙмәте продукцияһына һәм хеҙмәттәренә дәүләт, муниципаль заказдар урынлаштырыу мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-07-26/radiy-habirov-vstretilsya-s-nachalnikom-ugolovno-ispolnitelnoy-sistemy-bashkirii-vladislavom-dzyuboy-3358014

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика