Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
07:26 (UTC+5), 20 Июль 2023

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәге асыла

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

19 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-тарихи паркында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү оҫталығына өйрәтеү буйынса хәрби-ялан лагерында булды.

Бының өсөн паркта дрондар осороу өсөн майҙансыҡ булдырыла.

Башҡортостандағы фажиғәле һәләк булған хәрби хәбәрсе Владлен Татарский исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәге инструкторҙары республика етәксеһенә граждандар өсөн БПЛА өлгөләрен, шулай уҡ махсус хәрби операция барышында ҡулланылған пилотһыҙ осоу аппараттарын күрһәтте.

БПЛА операторҙарын уҡытыу өсөн төп шарт - Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөү, тине улар.

Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙәре араһынан махсус һайлап алынған төркөмдө лә уҡыта башлайбыҙ, ти инструкторҙар. Киләсәктә производство ҡеүәттәре, ауыл хужалығы, нефть, газ сығарыу өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү планлаштырыла. Әммә хәрби бурыстарҙы үтәү һөҙөмтәлелеген арттырыу тәү сираттағы бурыс булып тора.

Радий Хәбиров шулай уҡ дошман бронетехникаһын юҡ итеү буйынса дрондарҙың эштәрен һәм дрондан һаҡланыу технологияларын ҡараны.

«Пилотһыҙ осоу аппараттарының компетенцияларын формалаштырыу, уларҙы етештереү буйынса эш премьер-министр урынбаҫары - сәнәғәт министры Александр Шельдяев етәкселегендә алып барыла. Беҙҙең алда өс бурыс тора. Беренсеһе - етештереү. Икенсеһе - наводчиктарҙы, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу, тәү сиратта үҙебеҙҙең батальондар өсөн. Ә өсөнсөһө - граждандарҙың ҡулланыуы», - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика