15:21 (UTC+5), 28 Июня 2023

Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте

Фото: Федерация Советының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында республиканың барлыҡ халҡы өсөн Беларусь менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

«Башҡортостан ҙур тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара. Әммә Беларусь менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн иҡтисади проект түгел. Был - туғандаш белорус халҡы менән тәрән дуҫлыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Форумда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Беҙҙең төбәк тураһында тик яҡшы тәьҫораттар алғанһығыҙҙыр тип ышанам».

Республика етәксеһе киләсәктә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең XX форумын да Өфөлә  үткәрергә тәҡдим итте.

«Форум Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күптәр уны үткәреү хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер. Башҡорттар - бик тәрбиәле халыҡ. Шуға хәҙер һорамайым. Ләкин XX форумды республикабыҙҙа уҙғарырға тәҡдим итәм», - тине пленар ултырышта Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы үҙ  эшен 26 июндә башланы. Уның эшендә илдең төрлө төбәктәренән һәм Белоруссиянан 4800-ҙән күберәк ҡунаҡ ҡатнаша. Эшлекле программа сиктәрендә ике туғандаш ил араһында 100-ҙән ашыу килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне: форум көндәрендә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале, ике илдең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, өс көнлөк «Евразия йөрәге» оупен-эйр уҙҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-28/glava-bashkirii-predlozhil-provesti-hh-forum-regionov-rossii-i-belarusi-v-ufe-3319335

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика