
Өфө – илебеҙҙең, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан ҡала, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ҡабул итергә хоҡуҡлы дүртенсе ҡалаһы. Х юбилей форумына 4773 ҡатнашыусы теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
Федерация Советынан форумға 575 кеше килә, улар иҫәбендә 33 ҡатнашыусынан торған рәсми делегация. Беларусь делегацияһында – 254 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 42 кешенән торған рәсми делегация. Федераль власть органдары етәкселәренең, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчуктың, мәҙәниәт министры Ольга Любимованың, фән һәм юғары белем министры Валерий Фальковтың, Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубовтың, башҡа ведомство һәм үҫеш институттары вәкилдәренең килеүе көтөлә.
Ҡатнашыусылар һаны буйынса мәғлүмәт даими үҙгәреп тора, бөгөнгә билдәле булыуынса, Өфөгә 15 төбәк башлығы, 13 төбәк башлығы урынбаҫарҙары килә. Форумда 406 киң мәғлүмәт саралары вәкиле, шул иҫәптән 20 сит илдең киң мәғлүмәт сараһы ҡатнаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.