


Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе. Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы етәксеһе итеп 2022 йылдың сентябрь аҙағынан Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе булып эшләгән Руслан Хәйруллин тәғәйенләнде.
Руслан Хәйруллин 1981 йылда Өфөлә тыуған. «Математик алымдар һәм иҡтисадтағы операцияларҙы тикшереү» һәм «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәрҙәре буйынса ике юғары белемгә эйә. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Тау-Прогрессор» йәмғиәтендә идара итеү буйынса консультант булып башлай. 2003 йылда «Глобалстрой-Инжиниринг» йәмғиәтенең иҡтисад һәм финанстар буйынса проект етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Артабан күп йылдар төрлө инжиниринг һәм төҙөлөш компанияларында етәксе вазифаларын биләй.
Башинформ хәбәр иткәнсә, был вазифа оҙаҡ ҡына ваҡыт буш булды. Өфөнөң элекке баш архитекторы Олег Байдин 2022 йылдың мартында отставкаға китте, шул уҡ йылдың июнендә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең төҙөлөш һәм архитектура департаменты етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнде.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.